Главная | Регистрация | Вход | RSSСуббота, 06.03.2021, 23:18

Башкирская гимназия-интернат г.Белебея

Меню сайта
Обрнадзор РБ
Позвони
Телефон доверия

Наше творчество

Главная » Статьи » Научные работы » Научные работы

Салауат Юлаевтың данлы юлдары

Хисамова Илузә,

9б синыфы уҡыусыһы.

Етәксеһе: юғары категориялы

уҡытыусы Шириязданова

Зөлфирә Ғайса ҡыҙы.

 

Йылдар, быуаттар үтеү менән милли геройыбыҙ Салауат Юлаевтың исеме хәтерҙән юйылмай, ә киреһенә1, бөйөгөрәк була бара.

Крәҫтиәндәр һуғышы баҫтырылып, Салауат Юлаев ҡулға алынғас, баш6орт халҡы өсөн уның исемен телгә алыу тыйыла. Екатерина II, уны ғүмерлек һөргөнгә һөрҙөрөп, исемен халыҡ хәтеренән сығарырға, онотторорға тырыша. Әммә яҙыусыларыбыҙ, ғалимдарыбыҙ эҙләнеүҙәр, төрлө документтарҙы өйрәнеү аша уның тормошона, яу юлдарына ҡағылышлы яңынан - яңы мәғлүмәттәр таба һәм халҡыбыҙға еткерә баралар.

Төрлө сығанаҡтарҙан, профессор, ғалим Мираҫ Иҙелбаевтың, яҙыусы Степан Злобиндың, М.Рәхимғоловтың китаптарынан, мәҡәләләренән Салауаттың тормошо, яу юлдары, ҡаһарманлығы тураһында белеүемә ҡарамаҫтан, Салауат Юлаев шәхесенә булған ҡыҙыҡһыныуым мине лә ҡулыма ҡәләм алырға мәжбүр итте.

Нимәһе менән Салауат Юлаев шәхесе бөйөк? Халҡыбыҙҙың Салауаттан башҡа ла данлы юлдар үткән ҡаһрман улдары бихисап бит?!

Рәшит Шәкүр: «Ил тарихында, халыҡ хәтерендә мәңгелеккә урын алған ваҡиғалар, быуаттар алыҫлығынан яҡты йондоҙҙай балҡып торор ғәзиз исемдәр була. Башҡорт халҡының бөйөк улы, шағир һәм полководец Салауат Юлаевтың исеме беҙҙең дәүерҙә тотош бер милләттең ысын мәғәнһендә рухи ҙурлыҡ,  ҡаһарманлыҡ символына әйләнде»,- тип яҙҙы.

Ихтилалдарҙа Салауат бик йәшләй генә ҡатнаша һәм тиңһеҙ батырлыҡтар күрһәтә. Көс – ғәйрәте ташып торған Салауаттың яуҙағы батырлығын һәм хәрби һәләтен күреп, Емельян Пугачев уны «походный полковник» тип ололай һәм бригадир(генерал) дәрәжәһен бирә.

Пугачев ғәскәренә юл асыу өсөн Салауат Юлаев етәкселегендәге отрядтар Уҫа, Красноуфимск ҡалаларын яулай, Көңгөргә һөжүм итә һәм еңеүҙәр яулай.

1774 йылдың 24 ноябрендә Салауат Юлаев бик аҙ ғына ҡалған отряды менән ҡамалып, батша ғәскәрҙәре тарафынан тотола һәм Өфөгә, унан Мәскәүгә оҙатыла. Бик оҙаҡ икшеренеүҙәр зекуция, мәңгле һөргөнгә оҙтыу. Бөтә Рәсәй аша көньяҡ Уралдан Балтик диңгеҙенә тиклем өс мең саҡрымдан артыҡ(Өфө-Минзәлә-Ҡаҙан-Түбәндәге Новгород-Мәскәү – Тверь – Псков).

Башҡрт халҡның милли геройы Салауат Юлаев тарихта тыуған илен өҙөлөп һөйөүсе ,халҡына ирек даулаусы,башҡорт ерҙәрен тартып алыуға ҡаршы көрәшеүсе батыр һәм шул уҡ ваҡытта Урал һылыуҙарына ҡайнар һөйөү еткереүсе шағир һәм йыраусы булараҡ та беҙҙең йөрәгебеҙҙә мәңгелеккә урын алған.

Категория: Научные работы | Добавил: ZigZag (06.03.2009) | Автор: Хисамова Илузә, 9б
Просмотров: 3253 | Рейтинг: 5.0/4
75 лет Победы!
Друзья сайта
  • МИНИСТЕРСТВО ОБРАЗОВАНИЯ РБ
  • МИНИСТЕРСТВО ОБРАЗОВАНИЯ РФ
  • ИРО РБ
  • Управление образования МР Белебеевский район РБ
  • Администрация муниципального района Белебеевский район
  • Правительство Республики Башкортостан
  • Телефон помощи
    "Мы против коррупц
    Горячая линия
    По вопросам обеспечения учебниками в Министерстве образования Республики Башкортостан работает телефонная «горячая» линия:
    8(347)218-03-54,
    8 (347) 218-03-52.
    Аналогичная телефонная «горячая» линия
    работает в муниципальном районе Белебеевский район Республики Башкортостан
    8(34786)5-72-18.
    Горячая линия
    Объявление

    Copyright MyCorp © 2021