Главная | Регистрация | Вход | RSSСуббота, 06.03.2021, 22:50

Башкирская гимназия-интернат г.Белебея

Меню сайта
Обрнадзор РБ
Позвони
Телефон доверия

Наше творчество

Главная » Статьи » Научные работы » Научные работы

«Кара төндәге яҡты йондо»

Ғәйнетдинова Регина,

10А синыфы уҡыусыһы.

Етәксеһе: юғары категориялы

уҡытыусы Шириязданова

Зөлфирә Ғайса ҡыҙы.

 

Минең тыуған ауылым - Туҡһанбай. Ул Дим йылғаһының иң матур ерендә урынлашҡан, ауылымды уратып борғоланып - борғоланып аға. Ул мәғрифәтсе, шағир Акмулланың тормошон беҙгә һөйләгән кеүек. Шағир ҙа ошо йылғала һыу ингәндер,ҡомда ҡыҙынғандыр. Әлдә шундай сәсән минең ауылымда тыуған, беҙҙе яҡты данға күмгән. Мин уның менән ғорурланам. Шағир һәм мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла үҙенең шөһрәтлегә һәм шиғырҙары менән генә түгел, ә ауылдашым булыуы менән дә ҡәҙерле миңә.

Шиғырҙарын йәйләүҙән йәйләүгә, даланан далаға күсеп йөрөп ижад итһә лә, тыумышы менән ул йырға, моңға бай ошо Дим буйынан.

Мифтахетдин Аҡмулланың талантын ғалим Әхнәф Харисов «заманында ҡара төндәге яҡты йондоҙ булып балҡыған оло талант» тип баһаланы.

"Кара төндәге яҡты йондоҙ... Мифтахетдин Аҡмулла - һис шикһеҙ, шәхестәр рәтендә оло ихтирам тойғоһо менән телгә алынған, тыуған халҡының ғына түгел, бәлки, күп кенә ҡәрҙәш халыҡтарҙың да ихлас һөйөүенә лайыҡ булған ижади эшмәкәрҙәрҙән.

Шуға күрә был ғилми - эҙләнеү эшемде мин ауылдашым, сәсән телле мәғрифәтсе Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡмуллаға бағышларға булдым. Ә Аҡмулла тыуған ауылымдан булыуы, икеләтә уның ижадын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһындырыу тыуҙырҙы. Ғилми - эҙләнеү эшемде «"Кара төндәге яҡты йондоҙ» тип атаным. Сөнки Аҡмулла үҙ халҡын яҡтылыҡҡа, аң-белемгә, һәнәргә ғилем нигеҙҙәренә эйә булырға өндәгән.

Күренекле шағир - мәғрифәтсе Аҡмулла тарихта иҫән сағында уҡ халыҡ тарафынан юғары танылған иң сағыу шәхестәрҙең береһе. УлЙңы типтағы мәғрифәтсе булараҡ әҙәбиәтте үҫтереп ебәреүҙә ҙур роль уйнаған. Уның халыҡты ғилемгә, мәғрифәткә, бәхетле тормошҡа, белемгә дан йырлаған ижад темалары бөгөнгө көндә лә бик актуаль. Ғилми эшемдең маҡсаты - Аҡмулла тураһында күберәк белергә, өйрәнергә, яңынан - яңы материалдар табырға һәм киләсәк быуынға тулыраҡ мәғлүмәттәр тәҡдим итергә теләйем. Был маҡсатҡа ирешергә түбәндәге бурыстарын билдәләнем :

а)         Мифтахетдин Аҡмулла тураһында күберәк материал өйрәнергә;

б)         материалдарҙы йыйыу һәм системаға һалыу;

в)         Аҡмулла тормошон, ижадын өйрәнеүсе «аҡмулласыларҙың» эштәрен өйрәнеү.

Категория: Научные работы | Добавил: ZigZag (06.03.2009) | Автор: Ғәйнетдинова Регина,10А синыфы уҡыу
Просмотров: 994 | Рейтинг: 5.0/1
75 лет Победы!
Друзья сайта
  • МИНИСТЕРСТВО ОБРАЗОВАНИЯ РБ
  • МИНИСТЕРСТВО ОБРАЗОВАНИЯ РФ
  • ИРО РБ
  • Управление образования МР Белебеевский район РБ
  • Администрация муниципального района Белебеевский район
  • Правительство Республики Башкортостан
  • Телефон помощи
    "Мы против коррупц
    Горячая линия
    По вопросам обеспечения учебниками в Министерстве образования Республики Башкортостан работает телефонная «горячая» линия:
    8(347)218-03-54,
    8 (347) 218-03-52.
    Аналогичная телефонная «горячая» линия
    работает в муниципальном районе Белебеевский район Республики Башкортостан
    8(34786)5-72-18.
    Горячая линия
    Объявление

    Copyright MyCorp © 2021