“Урал батыр” эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең конкурсы
Рухи мәҙәниәтебеҙҙең бөйөк ҡомартҡыһы булған “Урал батыр” эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең XVIII республика конкурсының зона этабы Дәүләкән ҡалаһында үткәрелде. Конкурс ике турҙа уҙҙы. Беренсе тур – эпосты яттан һөйләү, икенсе тур – башҡорт эпостарын сәхнәләштереү. Беҙҙең гимназия уҡыусылары был бәйгелә ҙур уңыштар яуланы. Беренсе турҙа туғыҙынсы класс уҡыусыһы “Халыҡтар дуҫлығын нығытыу” номинацияһында еңеүсе булһа, икенсе турҙа гимназиябыҙҙың командаһы икенсе урынға лайыҡ булды.Сәсән телле, рухлы, һәләтле балалар – Урал батыр вариҫтары – сәхнәләрҙән сығыш яһай икән, тимәк, сәсәндәр мәктәбенең киләсәге булыр, яңы быуында илһөйәрлек һәм телһөйәрлек сифаттары көсәйер. |