
2017 йылдың 7 апрелендә Бишбүләк районының Бишбуләк ауылында Башҡортостан Республикаһының Көнбайыш район – ара берләшмәһенә ингән Бәләбәй, Бишбүләк, Бүздәк, Йәрмәкәй, Миәкә, Шаран, Туймазы, Октябрьский ҡалаһы ҡоролтайҙар башҡарма комитеттары рәйестәре өсөн семинар – кәңәшмә үтте.
Район һәм ҡала ҡоролтайҙарының эшмәкәрлеген әүҙемләштереү, алдынғы эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәренә методик ярҙам күрһәтеү – сараның төп маҡсаты булды.
Семинар – кәңәшмә эшендә Йәмәғәт ойошмаларының халыҡ – ара берлеге “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)” Башҡарма комитеты рәйесе, профессор, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Әмир Ишемғолов, тарих фәндәре кандидаты, билдәле тележурналист, “Шәжәрә” ойошмаһының директоры Салауат Хәмиҙуллин, филология фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты журналистика кафедраһы доценты Искәндәр Сәйетбатталов, “Башҡортостан” гәзитенең мәҙәниәт һәм әҙәбиәт бүлеге мөдире, шағирә Лариса Абдуллина, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппаратының баш белгестәре Марат Ғилманов, Рәйсә Күзбәкова, Башҡорт ҡоролтайы (конгресы) Көнбайыш регион-ара йәмәғәт ойошмаһы Советы рәйесе Дилбәр Фәтхетдинова ҡатнашты.
Ҡоролтай вәкилдәре, йәмәғәт әүҙемселәре, был сараға йыйылып, ауыл биләмәләрендә беренсел ойошмаларҙы булдырыу, дәүләт һәм муниципаль власть органдары менән берлектә эшләү, халыҡты ер, эшҡыуарлыҡ, хоҡуҡи – социаль яҡлау эштәренә йәлеп итеү, башҡорт телен уҡытыуҙың сифатын күтәреү, балаларҙы башҡорт рухында тәрбиәләү, милләттәр араһында тыныслыҡты, дуҫлыҡты һаҡлау, телебеҙҙе, рухыбыҙҙы, тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереү, йәштәрҙе йәлеп итеү, уятыу, туплау һәм уларҙы йәмәғәт эшенә ылыҡтырыу кәрәклеге, йәштәр һәм балалар ҡоролтайҙарын булдырыу – бөгөнгө бурыстар тураһында төплө фекер алышты.
Семинар – кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Бишбүләк районының тарихи – этнографик музейы экспозициялары менән танышты. Физик – һауыҡтырыу комплексында милли көрәш буйынса асыҡ район турниры ҡараны. |